Talk to Sales

Benchmarks

View scores and output across OCR models spanning many document categories.

Want to run these evals on your own documents?

Talk to Sales
Page 1

- уҡыусыларға башҡорт мәҙәниәтенең үҙенсәлеге, уның башҡа телдәр һәм мәҙәниәттәр менән уртаҡ һәм оҡшаш яҡтары тураһында белешмә бирелә.

Уҡыу программаһының ҡыҫҡаса йөкмәткеһе белем һәм тәрбиә биреү маҡсаттарына ярашлы яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереүгә нигеҙләнгән. Шулай уҡ уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары һәм йәш үҙенсәлектәре иҫәпкә алынған.

Һәр халыҡ тарихи яҡтан бер бөтөн булып ойошҡан ижтимағи аң структураһына, милли үҙаң һәм фекерләү ҡеүәһенә, рухи ҡиммәттәр иерархияһына эйә. Уларҙың аңлы йәки аңһыҙ рәүештә йәшәү сфераһында, үҙ-ара аралашыуҙа һәм һәр төрлө эшмәкәрлектә сағылышын менталитет йәки милли характер тип нарыҡлайҙар. Башҡорт халҡының да, үҙенә генә хас милли традициялары һәм идеалдары, үҙ тарихы һәм тел берҙәмлеге, тормош-көнкүреш һәм мәҙәниәт уртаҡлығы бар. Тап ошо сифаттар халыҡ тормошондағы ауыр һәм кризислы ваҡыттарҙа көслө сағылыш табып, тарихи яҙмышын яҙыуҙа һәм үҫешен билдәләүҙә мөһим роль уйнайҙар. Башҡорт халҡының рухи-психологик кисерештәре һәм эмоциональ хистәре музыкаль ижадында тәрән сағылыш таба. Башҡорт халҡының тормошто эмоциональ ҡабул итеүе, патриотизм, илһөйәрлек кеүек рухи ҡиммәттәргә тоғролоғо, ҡунаҡсыллыҡ, киң күңеллек кеүек сифаттары, йәғни милли үҙенсәлеге, менталитеты фольклорҙа, милли сәнғәттә сағылыш тапҡан. Йәшәү һәм үлем, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, дөрөҫлөк һәм яңылышыуҙар кеүек фәлсәфәүи темаларға һүҙ оҫталары борон-борондан мөрәжәғәт иткәндәр, замандаштарының милли рухын күтәрергә, әхлаҡи деградацияларға бирелеүен иҫкәртергә, вайымһыҙ һәм бошмаҫлыҡ хисен бөтөрөргә тырышҡандар. Яңы шарттар һәм үҙгәрештәр алдында тап милли рухҡа таяныу халыҡтың милли үҙенсәлеген һаҡларға ярҙам итәсәген иҫбатлап, башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәре менән туҡылған, ҡабатланмаҫ стилгә эйә сәнғәт әҫәрҙәре хаҡында тулы мәғлүмәт бирелә.

Уҡыу предметы йөкмәткеһендә тәрбиәүи йүнәлеш ҡиммәттәрен тасуирлау

“Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтенең рухи-әхлаҡи нигеҙҙәре" уҡыу предметын уҡытыуҙың һөҙөмтәләренең береһе булып уҡыусыларҙың рухи ҡиммәттәрҙе үҙләштереүе тора.

Мәрхәмәтлелек – үҙеңде донъяның бер өлөшө итеп ҡабул итеү; рухи донъяның ҡағиҙәләрен аңлау (шәфҡәтле бул, үҙең менән нисек аралашыуҙарын теләһәң, кешеләргә лә шул уҡ ҡарашта бул).

Аралашыу – уның йәмғиәттең мөһим бер тармағы, мәҙәниәттең төп элементы икәнен аңлау.

Тәбиғәт – дөйөм кешелектең бер тармағы. Тәбиғәткә һөйөү – беренсенән, уға һаҡсыл ҡараш, икенсенән, уның матурлығы, гармонияһы, камиллығы менән һоҡланыу. Башҡорт теле дәреслектәрендә бирелгән әҙәби һәм фәнни-популяр текстар өҫтөндә эштәр аша тәбиғәткә ҡарата һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Матурлыҡ тойғоһо – башҡорт теленең матурлығын, уның тасуирлау мөмкинлектәрен аңлау.

Дөрөҫлөк – фәнни танып белеүҙең кешелек мәҙәниәтенең бер өлөшө икәнен аңлау, тел донъяһына үтеп инеү, улар нигеҙендә ятҡан законлыҡтарҙы аңлау; белемгә өҫтөнлөк биреү, дөрөҫлөктө асыҡлау, танып белеүҙең үҙенең үҙе бер ҡиммәт икәнен төшөнөү.

Ғаилә ҡиммәттәре – кеше тормошонда ғаиләнең мөһимлеген аңлау, үҙ тамырҙарыңды белеү, ғаиләгә, туғандарға ҡарата эмоциональ-позитив ҡараш, яуаплылыҡ, ололарға, уларҙың рухи идеалдарына ихтирам хисе тәрбиәләү.

Хеҙмәт һәм ижад ҡиммәттәре – кеше тормошонда хеҙмәттең ролен аңлау, ойошҡанлыҡ, маҡсатҡа ынтылышлы булыуҙы, яуаплылыҡ, үҙаллылыҡ, дөйөм хеҙмәткә һәм әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәткә, ижадҡа баһалы ҡараш тәрбиәләү.

Гражданлыҡ һәм ватансылыҡ – үҙеңде йәмғиәт, халыҡ, илдең вәкиле итеп аңлау; үҙ телеңдең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләү; үҙ илеңә: уның тарихына, мәҙәниәтенә, тормошо һәм халҡына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Кешелеклелек – үҙеңде Рәсәйҙең генә гражданы тип түгел, ә бөтә донъяның бер өлөшө итеп ҡабул итеү, был донъя тереклеге һәм артабанғы үҫеше өсөн тыныслыҡ, хеҙмәттәшлек, толерантлыҡ, башҡа мәҙәниәт һәм телдәргә ҡарата ихтирам кәрәклегенә төшөнөү.